газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 17:15

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (9-15 март)

Йондоҙнамә (9-15 март)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Тормошта нимәгәлер ирешеү өсөн күп тырышлыҡ һалырға кәрәклеген аңларһығыҙ. Финанс яҡтан проблемалар ҙа, ҙур килем дә көтөлмәй. Яҡындарығыҙ менән бәхәс тыуғанда, уларҙы ла тыңларға онотмағыҙ. Врачҡа барыуҙы кисектермәгеҙ, етди сиргә дусар булыуығыҙ бар.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларға был аҙнала мотлаҡ мөхәббәттә уңыш йылмаясаҡ. Һөйгән йәрегеҙ менән үҙегеҙҙе иң бәхетлеһе итеп тойорһоғоҙ. Коллективта яңы кешеләр барлыҡҡа килер. Белемегеҙҙе камиллаштырыу талап ителер. Йорт эштәре менән шөғөлләнеүҙән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Эшлекле командировкаға барырға, яңы һөнәр үҙләштерергә кәрәк булыр. Финанс хәлде хәстәрләү һеҙҙең иңгә төшөр. Яҡындарығыҙҙан әллә нимә талап итмәгеҙ, уларҙы үпкәләтеүеҙ ихтимал. Һыуыҡ тейҙереүҙән, депрессиянан һаҡланығыҙ, ял итергә онотмағыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Был осорҙа эшегеҙ күп булыр. Тик башҡаларҙың йоғонтоһона бирелмәү хәйерлерәк. Бөтә бурыстарҙың осона сыҡһағыҙ, хеҙмәтегеҙ аҡсалата яҡшы баһаланыр. Икенсе яртығыҙ менән уртаҡ тел таба алмай йонсорһоғоҙ. Күҙҙәрегеҙҙең ауыртыуын тойорһоғоҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландар күберәк ваҡытын ғаиләгә һәм яҡындарына бүлер. Бергә ял ойошторһағыҙ, ул бик күңелле үтер. Бының һәм башҡа сығымдарығыҙ өсөн аҡсағыҙ етеп торор. Физик хәлегеҙҙе контролдә тотоғоҙ, һәйбәт туҡланырға тырышығыҙ. Үҫентеләр ултыртыуға тотонорһоғоҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Етәксегеҙ һеҙҙең алға ҡуйған мөһим бурыстарҙы ошо арала тамамлау яҡшыраҡ. Өй мәшәҡәттәре икенсе планға күсер. Ниндәйҙер аҡсалата ярҙам юлларға тура килер. Аҙна башында туғандарығыҙ менән күңелһеҙ һөйләшеү көтә. Хыянат юлына баҫыуҙан һаҡланығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Гел эш тип кенә, үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләүҙе, яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Тәбиғәткә сығып ял итеп алығыҙ. Һаулыҡҡа бәйле профилактик саралар күреү һәйбәт булыр. Финанс яҡтан ҙур ғына отошҡа өмөт итә алаһығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Әгәр дөрөҫ эш итә белһәгеҙ, бөтә пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Яңы эш урыны тәҡдим итһәләр, ризалашығыҙ, отолмаҫһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән дә етди ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уңайлы мәл. Спорт менән шөғөлләнә башлау тәнегеҙгә ҙур сихәт бирер.
Уҡсы (23.11-21.12)
Уҡсыларҙы был аҙнала иң борсоған һорау аҡса менән бәйле булыр. Уны табыу өсөн өҫтәмә эштән баш тартмағыҙ. Ваҡ көнкүреш мәшәҡәттәрен хәл итерһегеҙ. Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Ашҡаҙан, бауыр сирҙәре борсоһа, мотлаҡ врачҡа барырға кәрәк.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Тирә-яҡтағыларға үҙегеҙҙең көслө яҡтарығыҙҙы, һөнәри һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә ваҡыт. Быны тик яҡшы яҡтан баһаларҙар. Матди хәлегеҙ хөртәйһә, дуҫтарығыҙ ярҙам итер. Яҙ күңелдәрегеҙҙәге мөхәббәт хистәрен яңыртыр. Күберәк йәйәү йөрөргә тырышығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Әлеге осорҙа һеҙгә ялҡауланыу бөтөнләй хас булырға тейеш түгел, юғиһә, эшһеҙ тороп ҡалыуығыҙ мөмкин. Мөхәббәт өлкәһендә лә әллә ниндәй аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығып торор. Ял көндәрен бик актив үткәрерһегеҙ. Кейем-һалым алыуға күп аҡса сарыф итерһегеҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Карьера баҫҡысынан үрмәләү өсөн иң яҡшы мәл. Етәксе алдында үҙегеҙҙе һәйбәт яҡтан күрһәтегеҙ. Яҡындарығыҙҙың проблемаларын хәл итешерһегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән күберәк аралашығыҙ - мөнәсәбәттәр йылыныр. Дөрөҫ туҡланмаһағыҙ, дауаханаға эләгеүеҙ бар.
Читайте нас: