газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 10:29

Яңы ҡорамал - балалар дауаханаларына

Республика дауаханаларына “Аксион” тип аталған биш заманса дефибриллятор алынған. Уларҙың дүртәүһе Өфө ҡалаһындағы 3-сө балалар поликлиникаһына, берәүһе беҙҙең күрше Стәрлетамаҡ ҡала балалар дауаханаһына тапшырылған. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта табиптарға яңы аппаратта эшләү буйынса күнекмәләр үткәрелә. “Аксион” дефибрилляторы үҙаллы автоматик тикшереү, приборҙың эш барышын һәм операторҙың эшмәкәрлеген тауыш ярҙамында әйтеп барыу мөмкинлегенә эйә. Белгестәр уның бихисап ыңғай яҡтарын, заманса мөмкинлектәрен билдәләй.
#Миллипроекттар
Фото Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Читайте нас: