Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының Салауат ҡалаһындағы һә Ишембай районындағы территориаль бүлеге Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө уңайынан 11 марттан 25-нә тиклем “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡыҙыу линия” уҙғара.
Һорауҙары булған кешеләр был көндәрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8(34763) 5-04-67, 8(3473) 43-90-39 телефондары аша шылтыратып яуап ала ала. Территориаль бүлек начальнигы Рәзилә Баһаутдинова хәбәр итеүенсә, белгестәрҙән кәңәш һорап Салауат ҡалаһы, Б.Хмелницкий урамы, 70 адресы буйынса урынлашҡан бүлектәге 12-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә, 8(34763)5-04-67 телефоны аша шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге” филиалының үҙендә һәм 8(3473) 43-90-39 телефоны аша консультация бирелә.