газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 17:30
Сабыйҙың үлем сәбәптәре тикшерелә
Балтас район-ара тәфтиш бүлеге яңы тыуған сабыйҙың кәүҙәһе табылыу осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүен үткәрә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 8 мартта полицияға район дауаханаһына Тәтешле районынан ҡулына яңы тыуған сабыйҙың кәүҙәһен тотҡан ҡатындың килеүе тураһында хәбәр алына.

«Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡандан һуң баланың үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһын тәғәйенләне. Улар уның әсәһенән, туғандарынан һәм яҡындарынан һорау ала», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тәфтиш комитетынан.
Рәсми раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын мунсала ҡыҙ бала тапҡан һәм уны шунда ҡалдырған. Ләкин бер нисә көн үткәс, балаға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дауаханаға мөрәжәғәт иткән, әммә һуң булған.
http://www.bashinform.ru/news/1422970-v-bashkirii-sledovateli-ustanavlivayut-obstoyatelstva-gibeli-mladentsa/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: