газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 16:10

Радий Хәбиров ауылда льготалы ипотека буйынса программаның башланыуын иғлан итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 3 процентҡа тиклем процент ставкаһы менән льготалы ипотека программаһының башланыуы хаҡында иғлан итте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 3 процентҡа тиклем процент ставкаһы менән льготалы ипотека программаһының башланыуы хаҡында иғлан итте.
Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
«Ауыл ерендә торлаҡ һатып алырға теләгәндәр өсөн ипотека буйынса ставканы субсидиялау башлана. Ҡағиҙәләрҙә 3 процентҡаса ставка менән ауылда йорт һатып алыу, уның өсөн 25 йыл дауамында түләү мөмкинлеге ҡаралған. Бындай ипотеканы бөтәһе лә алырға мөмкин — ҡалала йәки ауыл ерендә йәшәүселәрме, мөһим түгел. Ипотека кредитының суммаһы (тәүге взнос 10 процент булған осраҡта) — 3 миллион һумға тиклем. Был аҡсаға теләһә ниндәй районда һәйбәт йорт һатып алырға була. Ысынында иһә был — оҙаҡ йылдар буйына бүлеп түләү. Белеүебеҙсә, күп кенә илдәрҙә ошондай мөмкинлек бар, кешеләр үҙҙәре йәшәгән торлаҡ өсөн банктар менән минималь ставка буйынса унар йылдар буйына иҫәпләшә. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә шундай мөмкинлеккә эйә», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Россельхозбанк» ғаризалар ҡабул итә башлаған да инде. Артабан банктар исемлеге киңәйтелә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 0,1 процент ставка буйынса суперльготалы ипотекаға фермерҙар һәм ауыл хужалығы предприятиеларында эшләгән йәки эшләргә йыйынғандар ҙа иҫәп тота ала.
Читайте нас: