газета "Салауат"
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 18:10

Рөстәм Нәбиев: "Беҙ әле икенсе бала планлаштырмаған инек..."

Көслө рухлы егет, билдәле блогер Рөстәм Нәбиев, ниһайәт, кес кенә ҡыҙы Әминәнең йөҙөн күрһәтте. Инстаграмдағы уҡыусылары: "Сафия - әсәһенә, Әминә нәҡ һинең күсермәң", - тигән комментарий ҡалдырған.

Көслө рухлы егет, билдәле блогер Рөстәм Нәбиев, ниһайәт, кес кенә ҡыҙы Әминәнең йөҙөн күрһәтте. Инстаграмдағы уҡыусылары: "Сафия - әсәһенә, Әминә нәҡ һинең күсермәң", - тигән комментарий ҡалдырған.
Рөстәм әле күптән түгел генә икенсегә бәпәй көтөү һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан ине.
"Һеҙ минең нисек бәхетле икәнде күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ! Иртән уянып, теш таҙартырға йыуыныу бүлмәһенә инһәм... Теш щеткаһы янында тест ята, унда ике һыҙыҡ. «Ысынлапмы?» - тип, Индиранан һораным. Бик һөйөндөм! Беҙ әле генә икенсе бала планлаштырмаған инек, әммә Аллаһы Тәғәлә шулай теләгән. Сафия кес кенә бит әле тип, йөклөлөктән баш тартыу уйы булманы. Уның зур гонаһ икәнен аңлайбыҙ.
Элегерәк мин балалар араһында шаҡтай ваҡыт булырға тейеш тип һанай инем. Кәм тигәндә - 3-4 йәш. Хәҙер башҡаса уйлайым: улар кес кенәнән бергә үҫергә, бергә уйнарға тейеш. Йәш айырмаһы аҙыраҡ булған һайын яҡшыраҡ".
Әминәгә 40 көн тулғансы Нәбиевтарға ауырлыҡтар ҙа кисерергә тура килде. Пневмония менән ауырып, сабый яһалма һулыш аппараты аҫтында ятты. Бөгөн ул үҙен яҡшы хис итә.
Нәбиевтар ғаиләһенә именлек теләп ҡалайыҡ! Сабыйҙар ауырымаһын, Хоҙай уларҙы ярҙамынан айырмаһын!
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан"гәзитенән алынды) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-st-m-N-biev--Be--le-ikense-bala-planlashtirma-an-inek-155702/
Читайте нас: