газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 10:55

Рәсәйҙә миграция реформаһы атҡарыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин миграция режимдарын һәм гражданлыҡ институтын реформалау буйынса эште ойошторорға ҡушты. Уның нигеҙе итеп 2019-2025 йылдарға дәүләт миграция сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм әҙерләгән тәҡдимдәрҙе алыу планлаштырыла.

Миграция ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә:
- Рәсәй паспортын рус телен белгәндәргә һәм бер ниндәй ҙә социаль конфликттарҙа ҡатнашыуы билдәләнмәгәндәргә биреү;
- паспортты төп миграция статусы итеп эшләргә, ә ваҡытлыса йәшәүҙе айырым статус итеп төшөрөргә;
- Рәсәй граждандығына ҡабул итеүҙең дөйөм, ябайлаштырылған һәм тәртиптең айырым төрҙәрен индереү;
- мәҙәни яҡтан яҡын илдәрҙәге кешеләргә гражданлыҡ алыуҙы ябайлаштырырға;
- теләнмәгән мигранттар өсөн “контролләнеүсе килеү” режимын, шулай уҡ шарттар исемлеге менән “лояллек килешеүе”н индереү;
- шәхесте раҫлау өсөн биометрик мәғлүмәттәрҙе ҡулланыуҙы киңәйтеү һ.б.
#ВладимирПутин
Читайте нас: