Радик Юлъяҡшин менән Салауат Фәтхетдинов араһында йәнә "уҡтар" оса: күптән түгел Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов сираттағы әңгәмәһендә Радиктың ғәфү үтенергә тейешлеген әйтеп үтте. Бөгөн иһә йәш йырсы был осраҡҡа үҙ ҡарашын белдерҙе.
“Өндәшмәйем тигәйнем дә, аңламаҫтар тинем. Һуңғы ваҡиғалар һәм әңгәмәнән һуң Салауат Фәтхетдиновтың сираттағы демаршы тураһында ни уйлайым - шуны әйтәм. Ни өсөн социаль селтәрҙәрҙә һәм барыһы алдында? Мэтр үҙе бер нисек тә бәйләнешкә сыҡмай: шылтыратһам, телефонын алмай, хәбәрҙәремә яуап яҙмай – киң мәғлүмәт саралары аша аралашыуҙы хуп күрә шикелле.
Мин ололарҙы һәр саҡ хөрмәт иттем һәм хөрмәт итәм. Эстраданың Салауат ағай кеүек мэтрҙарын бигерәк тә. Минең мейем аҙнаһына ете көн, тәүлегенә 24 сәғәт, хатта йоҡлағанда ла даими эшләй тип хәбәр иткем килә.
Хеҙмәттәшемдең “Ғәфү үтенергә өйрәнһен!” тигән һүҙҙәре хаҡында оҙаҡ уйландым. Башҡа кешегә ҡарата ярамаған эш ҡылһаң, ғәфү үтенергә кәрәктер. Салауат ағайға ни эшләнем һуң мин ул тиклем?! Уның “Татарса улай йырламайҙар!” тигән нигеҙһеҙ ғәйепләүенә лә нимә ярамай, ә нимә ярай икәнлеген тик тамашасы ғына хәл итә алғанын төшөндөрҙөм. Әгәр ҙә Һеҙгә был оҡшамай икән – ғәфү итегеҙ.
Бәлки бар сәбәп мин йырлаған “Уфтанма” менән “Һыуыҡ сәй” йырындалыр? Әммә бында барыһы ла Һеҙ уйлағанса түгел.
“Уфтанма” күптән баҡыйлыҡҡа күскән атайымдың яратҡан йыры ине. Мин был йырҙы, әйткәндәй, шулай уҡ Һеҙҙең башҡарыуығыҙҙа ла, бала сағым буйына тыңлап сыҡтым. Мөҙҙәте һуҡҡас, “Уфтанма”ның авторҙары менән осраштым, улар менән килешеү төҙөнөм, уларҙың рөхсәтен алғас ҡына, быға тиклем уны башҡарған егерме башҡарыусы кеүек, йырҙы сәхнәгә алып сыҡтым. Уны миңә тиклем йырлағандарҙан да рөхсәт алырға тейешмендер тип уйламайым. “Уфтанма”ны атайымдың яҡты иҫтәлегенә арнап башҡарам.
Бөгөн уны ҡытайҙар, япондар, тайҙар һәм американдар йырлай икән – был насар күренешме ни?
“Һыуыҡ сәй”гә килгәндә, күптән түгел минең менән уның авторы бәйләнешкә сыҡты, йырҙың һуңғы арала онотолоп барғаны хаҡында әйтте, минең уға яңы һулыш өрөүемде һораны.
Хөрмәтле Салауат ағай! Татар эстрадаһының ҡоролошон, уның һуңғы утыҙ йылда кем ҡағиҙәләренә буйһонғанын яҡшы беләм – әммә был осраҡта ла ситләшеүҙәр булырға мөмкин. Быны аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк”, – тиелә Радик Юлъяҡшиндың Инстаграм селтәрендәге сәхифәһендә.