Был гүзәл зат вәкиле сығышы менән Чистополдән булһа ла, әле Ҡазанда йәшәй. Мәғлүм булыуынса, Алина Радик Юлъяҡшин менән ташлашҡандан һуң "Дом-2" тапшырыуына барып, йырсы Егор Кридтың йөрәген яуларға ҡарар итә. Былтыр тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың күпселеге уға ҡаршы булған.
Алина менән Радик алты йыл осрашҡан. Ҡыҙ һөйгәненең концерттарына йөрөй, уларҙа ҡунаҡта була. Тик Радик танылыу яулағас, юлдары айырыла.
"Киттем, сөнки бер-беребеҙгә тура килмәнек. Бөтәһе лә яҡшы "Киттем, сөнки бер-беребеҙгә тура килмәнек. Бөтәһе лә яҡшы булды, әммә алты йылдан һуң араларҙы өҙөп, дуҫтар ғына булып ҡалырға кәрәклеген аңланым. булды, әммә алты йылдан һуң араларҙы өҙөп, дуҫтар ғына булып ҡалырға кәрәклеген аңланым. Минең өсөн эш һәр саҡ беренсе урында булды, ә мөнәсәбәттәр аҙаҡҡа ҡалдырылды. Йылына 325 концерт ҡуям. Арып, хәлһеҙ ҡайтып йығылам..." - тип һөйләй Радик.
Тапшырыуҙы алып барыусының, ташлашыуға ҡайғыраһыңмы-юҡмы, тиеүенә: "Ниндәй ҡайғырыу? Минең хәтирәләрем бар. Был ғәҙәти хәл", - тип яуаплай.