«Башҡортостан» ДТРК-һы Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казакка һылтанып хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр полимераза-сылбыр реакцияһы алымы менән үткәрелә. Һөҙөмтә һигеҙ сәғәттән үк әҙер була. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.