Ысынмы был, буш хәбәрме? Ғәмәлдә компания директоры бик намыҫлы эш иткән, балды сауҙаға оҙатыр алдынан бал ҡорттарының ниндәй сәскәләрҙән нектар һәм һеркә йыйғанлығына анализ үткәргән.
Һөҙөмтәлә шул асыҡлана: умарталыҡтарҙың береһенән алынған балдың 3 процентында киндер бар икән. Бал етештереүсе һатып алыусыларҙы ошо хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәкле тип таба һәм, этикеткаларҙа балдың составын күрһәтеп, магазинға һатыуға сығара.
Ә пенсионер әбей, компанияны намыҫһыҙлыҡта ғәйепләп, "балға наркотик ҡушылған", тип һығымта яһаған һәм полицияға ғариза яҙыу менән янаған.
Биология фәндәре кандидаты Алексей Ерошенко иҫәпләүенсә, бал етештереүселәрҙең бында һис тә ғәйебе юҡ. Ел киндер һеркәләрен бүтән үҫемлектәргә осора, ә бал ҡорттары уларҙы бүтән һеркәләр менән бергә эләктерә. Ғәҙәттә, улар киндер менән ҡыҙыҡһынмай, сөнки ул бал бирә торған үҫемлек түгел.
Әйткәндәй, киндерҙең төрлөһө бар, уның бар төрөн дә наркотик тип иҫәпләп булмай, ғәмәлдә кеше һаулығына бер хәүефе лә юҡ. Адвокаттар әйтеүенсә, ҡулланыусыларҙың күп мәғлүмәтте белеп етмәүе сәбәпле шундай сетерекле хәлдәр тыуа.
Халыҡ борсолмаһын өсөн, бал етештереүселәр ҡайтанан анализдар яһаясаҡ.