Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Төркиә башлығы Реджеп Эрдоган алты сәғәт буйына һөйләшеү һөҙөмтәһендә Сүриәнең Идлиб провинцияһында утты туҡтатыу хаҡында килеште.
Идлиб янындағы хәрби хәрәкәттәр 6 мартта туҡтарға тейеш. Бынан тыш, Мәскәү һәм Анкара М-4 трассаһы янында хәүефһеҙлек коридорын ойоштора. Шулай уҡ ике ил лидерҙары бер ниндәй ҙә аҡлау тапмаған терроризм күренештәренә ҡаршы көрәшеүҙә тәүәкәллектәрен белдерҙе.
Рәсәй Президенты төрөк коллегаһын Мәскәүгә килеүе һәм ике яҡлы килешеүҙе нығытыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.
#ВладимирПутин