Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 10:00

Коронавирусҡа бәйле паника тыуҙырырға маташалар

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус буйынса мәғлүмәт “ырғытыу” сит илдәрҙән килә, ошоға бәйле дөрөҫ мәғлүмәт биреү эшен көйләргә кәрәк, тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус буйынса мәғлүмәт “ырғытыу” сит илдәрҙән килә, ошоға бәйле дөрөҫ мәғлүмәт биреү эшен көйләргә кәрәк, тип белдерҙе.
“Федераль именлек хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бындай ҡотҡо таратыу башлыса сит илдән ойошторола. Бындай ҡылыҡтарҙың маҡсаты аңлашыла - халыҡ араһында паника булдырыу. Ил граждандарына дөрөҫ һәм йөкмәткеле мәғлүмәтте ваҡытында еткереп быға ҡаршы тороп була”, - тип белдерҙе Путин хөкүмәт ағзалары менән ултырышта.
Вице-премьер Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, социаль селтәрҙәрҙе беҙҙең илдә коронавирус менән ауырыусылар күп булыуы хаҡында хәбәрҙәр баҫып алған.
“Шуны әйтәргә тейешмен, һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй Федерацияһы территорияһында күп кешеләрҙең сирле булыуы һәм рәсми власть был мәғлүмәтте йәшереүе хаҡында фейк хәбәрҙәр барлыҡҡа килә. Һеҙгә шуны хәбәр итәһем килә, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй”, - тип һыҙыҡ өҫтәнә алды ул.
#ВладимирПутин
Читайте нас: