Күлдәктә тыуған, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ысынлап та, мөғжизәгә тиңләрлек хәл шул. Туймазы районында тимер юлда авария була, поезд еңел машинаны тапай.
"Дуҫлыҡ" тимер юл аша үткәүелдә ир кеше Hyndai Accent машинаһында, семафорҙа ҡыҙыл төҫ яныуға ҡарамаҫтан, аша сыға башлай. Һөҙөмтәлә поезд аҫтында ҡала. Бәрелеш машинаның уң яҡ ҡабырғаһына тура килә, шунлыҡтан ғына водитель иҫән ҡала. Һәм автомобиленән бер ярҙамһыҙ үҙе сыға. Осраҡлы шаһиттар "Ашығыс ярҙам" саҡыра, ҡаза күреүсене шок хәлендә дауаханаға алып китәләр.
Ә бына үткән аҙнала 84 йәшлек инәйҙең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере аяныслы тамамлана. Ул Дарьино - Аҡ күл перегонының 103-сө километрында йөк поезы аҫтында ҡала. Волга буйы транспорт прокуратураһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, машинист ни тиклем генә тырышмаһын, поезды туҡтата алмай. Бәрелеү һөҙөмтәһендә инәйҙе төрлө ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Унда ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йән бирә. Шулай уҡ фажиғәне юлдың асыҡ урынында, һәйбәт күренгән ерҙә булыуын да билдәләйҙәр. Был ерҙә өс йыл бер ҡазаланыу осрағы теркәлмәгән. Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы ошо фажиғәле хәл буйынса тикшереүҙәр алып бара.