Был Анастасия Заворотнюк бик серле йондоҙ булып сыҡты әле. Былтыр көҙ сирләй башлағаны бирле уны бер кемдең дә күргәне юҡ. Уның мейеһендә һуңғы стадияларҙа яман шеш табылғайны. Ғаиләһе уны сит күҙҙәрҙән шул тиклем ныҡлы итеп йәшерә, шуға күрә бик күп имеш-мимештәр йөрөй. Уны көҙ көнө үк үлгән, тип тә һөйләп сығарҙылар хатта.
Әле журналистар тағы бер тапҡыр уның ҡайҙалығын асыҡлап маташҡан. Бер фараз буйынса, ул әле Италияла. Бында Настя дауаланған һәм әле сит күҙҙәрҙән йәшенеп, тыныс ҡына реабилитация үтә тиҙәр. Уның ҡыҙының яңы ғына социаль селтәрҙәрҙә Рим ҡалаһынан фотолар һалыуы ла быны дәлилләй кеүек.
Тик “Вести.Инфо” хәбәрселәре икенсе фараз әйтә. Уларҙың фекеренсә, актриса Мәскәү үҙәгендәге иркен фатирында. Уның Мәскәү өлкәһендә ҙур йорто булған. Әле иһә Европалағы ҡиммәтле дауаланыуға түләү өсөн ул уны һатҡан тиҙәр.
Ҡайҙа ғына булһа ла, сәләмәт булһын! Уға оҙон ғүмер теләйек!