газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 10:50

Төбәктәрҙә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә 10 млрд һум бүленә

Рәсәй Президенты Владимир Путин министрҙар кабинетына 2020 йылда бюджеттан РФ субъекттарының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаларына 10 миллиард һум бүлергә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин министрҙар кабинетына 2020 йылда бюджеттан РФ субъекттарының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаларына 10 миллиард һум бүлергә ҡушты.
Документта билдәләнеүенсә, был йөкләмәне 1 июлгә тиклем үтәргә кәрәк. Финанслау “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына индерелгән “Торлаҡ” федераль проекты сиктәрендә алып барыла.
Шулай уҡ ил башлығы капиталь төҙөлөш объекттарын файҙаланыуға тапшырыу буйынса процедуралар иҫәбен ҡыҫҡартыу буйынса саралар күрергә ҡушты. Путин был юҫыҡта ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдимдәрен дә әҙерләүҙе талап итте. Мәҫәлән, ул бюджет тәьминәте түбән кимәлдә булған субъекттарҙың бюджетына федераль бюджеттан капиталь төҙөлөш объекттарын ваҡытында төҙөп тапшырыу өсөн, шул иҫәптә проект документацияларын әҙерләүгә, инженер селтәрҙәренә тоташтырыуға киткән сығымдарға субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тоторға тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас: