Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 12:25

Уҡытыусы эштән ҡыуылған...

Салауат районында дәрескә әҙерлекһеҙ килгән ҡыҙ баланы уҡытыусы кәмһеткән һәм рәнйеткән. Ул ҡыҙҙы уҡыусылар алдында “алкоголик” тип кәмһетә, бөтә класҡа унан көлөргә тәҡдим итә.

Салауат районында дәрескә әҙерлекһеҙ килгән ҡыҙ баланы уҡытыусы кәмһеткән һәм рәнйеткән.
Был хәл Мөрсәлим ауылында була. Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Динар Зәйнуллин социаль селтәрҙәге битенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөләйха Сәйетғәлинаның уҡыусыны нисек кәмһетеүле һүҙҙәр менән әрләгәне теркәлгән диктофон яҙмаһын һалған. Ул ҡыҙҙы уҡыусылар алдында “алкоголик” тип кәмһетә, бөтә класҡа унан көлөргә тәҡдим итә.
“Һин бит көнө-төнө араҡы эскән олатайың менән йәшәйһең. Һин бында эскесе кеүек ултыраһың, тәртибең эскесенеке кеүек, бына нисек һине тәрбиәләйҙәр. Ғаиләңдәге бөтә бысраҡты бында ташыйһың, тәрбиәһеҙ һәм йыйнаҡһыҙһың, үҙең өсөн яуап бирмәйһең”, - тип уҡытыусының һүҙҙәрен килтерә Kp.ru сайты. Бының менән генә тынысланмай, ул бөтә класҡа ябырыла.
”Мин һеҙҙе һигеҙенсе класта тип ҡарап тормам. Аҫылыныуығыҙ яҡшыраҡ,” – тип артыҡ һүҙҙәр ысҡындырыуы бөтөнләй башҡа һыймай. Был күңелһеҙ ваҡиғанан һуң райондың мәғариф бүлеге кәңәшмә үткәреп, уҡытыусыны эштән бушатҡан. Эш бының менән генә бөтмәҫ, моғайын, мәктәптәге инциденттың шауҡымы булыр кеүек. Тикшереүҙең хәлгә дөрөҫ, ғәҙел баһа биреүенә ышанабыҙ.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
("Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды).
Читайте нас: