газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 13:15

Стәрлетамаҡта метро булырмы?

Санкт – Петербург ҡалаһы эшҡыуары Ринат Бичурин Стәрлетамаҡта ер өҫтө метроһы төҙөү уйы менән яна. Был тәҡдиме менән ул Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткән. Бер ай эсендә уға рәсми яуап бирергә тейештәр.

Ул транспорттың был төрөн тулыһынса шәхси нигеҙҙә, дәүләттең финанс ярҙамынан тыш төҙөргә уйлай. Метроның бөтә инфраструктураһы шәхси компания ҡулында буласаҡ, тип күҙаллана. Эстакадалағы бөтә линия ун километр тәшкил итәсәк. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларын тоташтырыу планлаштырыла. Төҙөлөш өсөн сығымдарҙы Ринат Бичурин юлға түләүҙәр һәм майҙандарҙы ҡуртымға биреү ярҙамында ҡапларға уйлай, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Эшҡыуар Европалағы Лилль, Ренн һәм Лозанна ҡалалары миҫалында хыялын тормошҡа ашырырға теләй.
Фото: М24.ru
Автор: Дина Арсланова.
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: