газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 13:00

Шиғри оҫталыҡ конкурсы

“Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарына ярашлы,“Тере һүҙ” республика йәштәр конкурсы уҙҙы. Ул шиғри оҫталыҡты, поэтик әҫәрҙе нәфис һәм музыкаль уҡыу маһирлығын билдәләй торған конкурс.

“Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарына ярашлы,“Тере һүҙ” республика йәштәр конкурсы уҙҙы. Ул шиғри оҫталыҡты, поэтик әҫәрҙе нәфис һәм музыкаль уҡыу маһирлығын билдәләй торған конкурс.
Өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
“Шиғри әҫәрҙе башҡорт телендә тасуири уҡыу” номинацияһында 16 - 21 йәшлектәр араһында Өфө ҡыҙы Әлиә Шиһапова еңеү яуланы. Рус телле ҡатнашыусыларҙан - Өфө районынан Арина Клыш. 22 йәштән өлкәндәр араһында Заһит Ғүмәров (Баймаҡ ҡалаһы) лауреат булһа, рус шиғриәтен яратҡандарҙан - Өфө районынан Гүзәл Ғәлләмова. “Авторҙың шиғри әҫәрен тасуири уҡыу” номинацияһында 22 - 35 йәшлектәр категорияһында Өфөнән Ләйсән Шакирова лауреат булды.
#Миллипроекттар
Читайте нас: