Популяр башҡорт артисы Радик Юльяҡшин Мәскәүҙә ете мең тамашасы һыйҙырышлы Крокус Сити Холда концерты менән сығыш яһаны. Һуңынан концерт тәьҫораттары менән бүлешеп, был – минең ижадымда мөһим ваҡиға, тип яҙҙы. Концерт Башҡортостан артисының Мәскәү сәхнәһен яулауы менән генә түгел, уның Григорий Лепс менән дуэтта йырлауы менән дә иҫтәлекле булған.
Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) яңы концерт программаһын тәҡдим итә, шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы хиттарын һәм ижадын һөйөүселәр яратып өлгөргән яңы композицияларын башҡара.
«Һаман кисәге концерт тәьҫирендәмен. Ниҙәр кисергәнемде һүҙҙәр менән әйтеп бирә алмайым. Оҙаҡ йылдар буйына Рәсәйҙең төп залдарының береһендә сығыш яһарға хыялландым. Беҙ быға бик оҙаҡ барҙыҡ, ҙур команда эшләне. Мин һәм командам ҙур майҙансыҡтарҙа бик күп концерттар үткәреүгә ҡарамаҫтан, Мәскәү тамашасыһы алдында сығыш яһау һәр саҡ тулҡынландырғыс. Ләкин беренсе йырҙан уҡ тулҡынланыуҙар һәм борсолоуҙар һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Зал шунда уҡ ҡушылып йырлай башланы. Уларҙың көс-ҡеүәтен, алҡыштарын һәм энергетикаһын һүҙҙәр менән аңлатып булмай. Был – минең ижадымда мөһим ваҡиға. Тыңлаусыларыма ҙур рәхмәт», — тигән Радик Юлъяҡшин «Башинформ» агентлығына.