Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың октябрендә пенсия системаһын камиллаштырыу тураһында законға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, хаҡлы ялға сығыу ваҡыты оҙайтылды. Ошо арҡала ил бюджетында 21,5 млрд һум экономияланған һәм был аҡса пенсияны арттырыуға йүнәлтеләсәк.
Белгестәр билдәләүенсә, пенсия ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәһе күҙаллауҙарға ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Уҙған йылдың туғыҙ айы эсендә страховка пенсияһын алыусылар һаны 401,3 мең кешегә ҡыҫҡарған. Эксперттар баһалауынса, 2020 йылда һөҙөмтәлелек 48 млдр һумға етеүе мөмкин.
Пенсия ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәрргә ярашлы, Рәсәйҙә ир-егеттәрҙең хаҡлы ялға 65 йәштән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 60 йәштән сығыуына этаплап күсеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, законда пенсия алды йәшендәге кешеләрҙе яҡлау буйынса саралар иҫәпкә алына.
Милли рейтинг агентлығы әҙерләгән документта билдәләнеүенсә, ошо ҡануниәт нигеҙендә Рәсәй бюджетында экономияланған аҡса пенсияға сыҡҡан кешеләргә түләүҙәрҙе индексациялауға тотоноласаҡ.
#ВладимирПутин