газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 16:30

Иҫәндәрҙең - ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров айырым хәтер көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, был турала ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров айырым хәтер көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, был турала ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Беҙ быны кешеләргә зыяратҡа барып, туғандарын һәм яҡындарын иҫкә алырға мөмкинлек биреү өсөн эшләйбеҙ, ә властың бурысы – халыҡҡа уңайлы инфраструктура булдырыу (зыяраттарға маршруттар, дежурлыҡ , бөтә конфессия вәкилдәренең эшен ойоштороу), - тине республика етәксеһе. - Православие динендәгеләрҙең Пасханан һуң билдәләнгән «ата-әсә көнөнә» дәғүә итмәйбеҙ».
«Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тураһында»ғы указда 2 май көнө билдәләнә. Йыл һайын был көндә маршруттар һәм зыяраттарҙа башҡа саралар ойоштороуҙан тыш, муниципалитеттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар һәм тол ҡатындарҙың, тыл эшсәндәренең, ҡораллы көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә ярҙам итергә тейеш.
30 мартҡа тиклем республика хөкүмәте ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә һәм финанслау сығанаҡтарын табырға бурыслы.
- 25 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров дин вәкилдәре менән осрашты. Беҙ төрлө актуаль темаларға һөйләштек һәм күп кенә ҡарарҙар ҡабул иттек. Шуларҙың береһе - республика етәксеһенең «Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тураһында»ғы указы. Уның төп мәғәнәһе шунда - был көндө, 2 майҙа, беҙ, Диниә назараты, башҡа дин әһелдәре менән бергә зыяраттарға барып, ҡәберлектәрҙе таҙартып, тәртип урынлаштырыу. Был бер ниндәй ҙә дини ваҡиға түгел, маҡсатыбыҙы - ошолайтып зыяраттарҙы, ҡәберлектәрҙе матур хәлдә тотоу, һаҡлап ҡалыу. Был бик әһәмиәтле сара. Ни өсөн тигәндә быға тиклем һәр береһе айырым эшләй ине, ә хәҙер 2 майҙан дәүләт һәм дин тарафынан берлектә башҡарыласаҡ был сара, - ти Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин.
Читайте нас: