Имеш, ул Ейәнсура районында автомобиль аварияһына эләккән һәм дауаханала һәләк булған, тинеләр. Шөкөр, был яңылыҡ дөрөҫ булмай сыҡты. Уның улы Азамат Ғафаров атаһының һүҙҙәрен: “не дождетесь” тип еткергәйне.
Һәм бына бөгөн уның тураһында йәнә күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. “КП-Уфа” баҫмаһы белдереүенсә, Фидан Ғафаровты 29 февралдә ашығыс рәүештә 22-се дауаханаға алып барғандар. Уны шунда уҡ реанимация бүлегенә һалғандар.
Бәхеткә күрә, уны ошо көндәрҙә дөйөм палатаға күсергәндәр. Әле хәле нисектер, был турала мәғлүмәт юҡ.
Беҙ яратҡан йырсыбыҙ, артисыбыҙ Фидан ағай Ғафаровҡа ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Башҡортостан халҡын артабан да матур йырҙары менән шатландырһын.