“Торатау” конгресс-холында “Юғары ос!” мәктәп белем биреүенең II форумы үтте. Ул “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарылды. Сарала район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, мәғариф бүлеге начальниктары, мәғариф ойошмалары директорҙары, ҡаланан ситтә урынлашҡан ял лагерҙары директорҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар, йәмғеһе 850-нән ашыу кеше ҡатнашты.
Фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Китап сауҙаһы, “Балалар һәм диетик туҡландырыу” үҙәге стенды шуға асыҡ миҫал.
Көндөң тәүге яртыһында форумда ҡатнашыусылар бер нисә төркөмгә бүленеп, майҙансыҡтарҙа фекер алышты, түңәрәк өҫтәлгә йыйылып һөйләште, белгестәр оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Мәҫәлән, “Башҡортостанда берҙәм мәктәп формаһы” тигән майҙансыҡта һөйләшеү ҡыҙыу барҙы.
Төштән һуң барыһы ла тамашалар залына пленар ултырышҡа йыйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башта хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырып, уңыштар теләне. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡаҙаныштар тураһында һөйләне. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова мәктәп белем биреүе форумының етди мәсьәләләр күтәргәнен, һәр кемдең фекере ойоштороусылар өсөн ҡиммәт булғанын билдәләне.