газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 15:50

Салауат ҡалаһының "Йыл кешеһе" билдәләнде

Был премияны йыл да йәмәғәтселек фекеренә таянып, ҡалабыҙҙың “Выбор” ижтимағи-сәйәси гәзите билдәләй. Был исемгә, ғәҙәттә, социаль әһәмиәтле хеҙмәт башҡарған кешеләр лайыҡ тип табыла. Быйыл “Йыл кешеһе” исеме Елена Безносоваға бирелде.

Елена Евгеньевна - “Росточек” балалар йортоноң директоры. Оҙаҡ йылдар ошо вазифалы эшләп ул балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә йәшәү, үҫешеү бөтә шарттар булдырыу, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, балаларҙың һәләттәрен үҫтереү, оло тормош юлына әҙерләү өсөн тырышып эшләй. Тап уның етәкселегендәге дуҫ, татыу һәм эшлекле коллектив балаларға бөтә йөрәк һәм күңел йылыһын бирә.
“Йыл кешеһе” геройы һәм уны тәбрикләү тантанаһы тураһында “Салауат” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: