газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 10:45

Әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында законға ҡул ҡуйылды

Рәсәй Президенты Владимир Птуин әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында федераль законға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт Думаһына алдан индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, программа 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыла, түләү йыл һайын индексациялана.

Аҡса быйылғы йылдың 1 ғинуарынан алып беренсе балалары тыуған йәки уллыҡҡа алынған ғаиләләргә бирелә. Бындай ғаиләләргә 466 617 һум тейеш. Икенсе һәм унан һуң тыуған балаларға 616 617 һум түләнә. Бынан тыш, әсәлек капиталын юллау ваҡыты биш көнгә тиклем ҡыҫҡартыла, түләүҙе бер ай эсендә алырға мөмкин буласаҡ.
Бынан алда Путин башланғыс класс уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыу тураһында законға ҡул ҡуйғайны. Ул уҡыусыларҙы санитар-эпидемиологик талаптарға тап килгән һәм раҫланған нормалар иҫәпкә алынып әҙерләнгән ашау менән тәьмин итеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Был социаль сараларҙың барыһын да дәүләт башлығы Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим итте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: