- Тик ниңә ҡысҡырырға, кеше бит уның янында тора. Шым ғына һөйләшеп, аңлашып булмаймы? - ти Уҡытыусы.
Уҡыусылар үҙҙәренең яуаптарын тәҡдим итә, әммә Уҡытыусыны уларҙың береһе лә ҡәнәғәтләндермәй.
- Кешеләрҙә ризаһыҙлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килһә, уларҙың йөрәктәре йырағая. Ошо аранан бер-береһен ишетеү өсөн уларға ҡысҡырырға тура килә. Ни тиклем нығыраҡ асыуланһалар, улар шул тиклем бер-береһенән алыҫая һәм көслөрәк ҡысҡыра. Ә кешеләр яратҡанда нисек һуң? Улар ҡысҡырмай, шым ғына һөйләшә. Сөнки уларҙың йөрәктәре бер-береһенә яҡын. Ә һөйөүҙәре нығына барған һайын, улар бышылдашып ҡына һөйләшә. Һуңынан инде, ысын мөхәббәт барлыҡҡа килеү менән, уларға һүҙ ҙә кәрәкмәй башлай. Ғашиҡтар бер-береһен күҙ ҡарашынан да аңларға өйрәнә.