Ошо көндәрҙә ҡала дауаханаһына бысаҡ яраһы алған кеше килтерелә. Ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры был хәл тураһында полицияға хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлауынса, зыян күреүсе ныҡ иҫерек көйөнә үҙенең танышының эш урынына бара. Ә уныһының янында тағы ла бер ҡунаҡ була. Уларҙың икеһенең араһында бәхәс сыға. Һөҙөмтәлә 39 йәшлек ир ҡулына бысаҡ эләктереп, икенсеһенә сәнсә. Һуңынан енәйәт урынынан ҡаса.
Полиция участка уполномоченныйҙары шикле кешенең ҡайҙалығын асыҡлай һәм полиция бүлегенә алып килә.
- Әлеге ваҡытта шикле кеше ҡулға алынған. Сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, - тип аңлатма бирә Салауат эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Альбина Ямасипова.