Дауаханаға дауа алырға ятҡан кеше кейемһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалырмын тип ҡайҙан уйлаһын инде. Ә бына 58 йәшлек ир уҙаманы курткаһынан да, 10 мең һум аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға.
Ҡала дауаханаһының стационар бүлегенә ятҡас, ул үҙенең өҫ кейемен һәм аҡсаһын пакетҡа һалып, палатала һаҡлай. Әммә был уның менән бер палатала ятыусы осло күҙле әҙәмдең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Көндөҙ, төшкө аштан һуң барыһы ла йоҡоға талғас, яуыз ниәтле кеше теге пакетты сәлдерә һәм юҡҡа сыға. Әйберҙәре һәм аҡсаһы юғалған ир эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итә. Дауаханан күршеһенең мөлкәтенә айыу майы һөртөп ҡасҡан ҡараҡтың даими йәшәү урыны булмаһа ла, хоҡуҡ һаҡсылары уның эҙенә тиҙ төшә. Уны участка уполномоченныйы Салауат дөйөм ятаҡтарының береһендә таба. Әммә ул әҙәм аҡтығы бер тәүлек эсендә урланған аҡсаға яңы кейем, телефон һатып алып, әшнәләре менән яңы әйберҙәрен “йыуып” та өлгөрә.
Ҡулға алыныусы 44 йәшлек ир алдан да урлашыуы өсөн енәйәт, йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр эсеүе өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Ғәйепләнгән кешегә ҡарата хөкөм сараһын сығарыу ҡарала. Уға РФ Енәйәт кодексы буйынса биш йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.