Бөгөн, 1 мартта, ҡала халҡы ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алды. "Ағиҙел" мәҙәни ял үҙәге янында Масленица байрамы уҙғарылды. Ул - славян халыҡтарының борондан билдәләнгән байрамы. Ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡы өсөн бик матур, мауыҡтырғыс сара әҙерләгәйне. Унда олоһо ла, кесеһе лә бик теләп ҡатнашты. Ниндәй генә уйын-конкурстар ойошторолмағайны. Был турала гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.