Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Мәскәү мэры Сергей Собянин Европалағы иң ҙур “Хыял утрауы” тигән ябыҡ күңел асыу паркын асты.
Мәскәү мэры президентҡа төҙөлөш барышы хаҡында һөйләне.
- 600 тирәһе гектар ер дүрт территорияға бүленгән. Беренсеһендә беҙ һеҙҙең менән хоккей буйынса чемпионатты асҡанда булдыҡ, ул спорт биләмәһе. Икенсе биләмә - ул комплекслы тораҡ төҙөлөшө, ул Марк Шагал яры буйында төҙөлә. Өсөнсөһө - Стрельцов стадионы, ул башланғыс стадияла, проектлау тамамланып килә. Һәм бына ошо биләмә - “Технопарк”. Ул ярайһы уҡ әһәмиәтле урынды алып тора, ул әлеге мәлдә эшләй һәм был биләмәнең үҙенсәлеге - гигант кимәлдәге тематик парк, донъялағы иң ҙур ябыҡ парк, - тине баш ҡала башлығы.
“Хыял утрауы” өс йыл эсендә төҙөлгән.
#ВладимирПутин