газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 11:15

Субсидиялар алыуҙа ярҙам күрһәтелә

Иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына 4,92 миллиард һум бүлеү ҡаралған.

Иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына 4,92 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Был сумманың 4,33 миллиарды агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауға йүнәлтеләсәк.
Проект сиктәрендә биш йыл эсендә Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләмен - 230 миллион долларға, хеҙмәттәр экспортын - 452 миллион долларға тиклем арттырыу планлаштырыла.

Республикала продукция етештереүселәргә федераль бюджеттан субсидиялар алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүл булғандарға тауарҙарҙы экспортҡа транспортлауға сығымдар субсидиялансаҡ.


Читайте нас: