Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 10:00

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 22 апрелдә була

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләрҙе әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән осрашты һәм унда 22 апрелдә дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе уҙғарыу идеяһын хупланы. Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм ҡануниәт буйынса комитеты етәксеһе Павел Крашенинников тауыш биреү көнө түләүле ял көнө буласағын белдерҙе.

Осрашыу барышында президент Конституцияға төҙәтмәләр әгәр тауыш биреү һөҙөмтәләре ыңғай булһа ғына ҡабул ителәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул эшсе төркөмгә төбәктәрҙә эште дауам итеүҙе һораны.
Ғинуар аҙағында Путин Төп законға төҙәтмәләр индереү тураһында проектты Дәүләт Думаһына индерҙе. Палата документты беренсе уҡыуҙа хупланы. Төҙәтмәләр конституцион төҙөлөш, кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм ирке нигеҙҙәрен нығытыусы ҡағиҙәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: