Өфөлә сорттарға айырылған ҡалдыҡтарҙы тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеүгә ҡулайлаштырылған тәүге пункт эшләй башланы.
Был башланғыс “Мега” сауҙа үҙәге һәм “ИКЕА” магазины тарафынан тормошҡа ашырылған. Пункт “Мега” сауҙа үҙәгенең урам яғындағы парковкаһында урынлашҡан.
Әлегә яңы пункт ике аҙна дауамында һынау режимында эшләй, ошо арауыҡта 267 кг ҡалдыҡ йыйылған. Бында сүп-сарҙы 12 төргә бүлеп тапшырырға мөмкин. Икенсел сеймалдың таҙа һәм сорттарға дөрөҫ бүленгән булыуы шарт.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең һаулығына кире тәьҫирен мөмкин тиклем кәметеү, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороп, ҡайтанан эшкәртеүҙе, икенсел сеймал алыуҙы яйға һалыу - “Экология” милли проекты бына ошондай талаптар ҡуя.