газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 16:20

Ҙур сараны лайыҡлы үткәрергә

Бөгөн, 25 февралдә, Салауат ҡалаһы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге киңәйтелгән ултырыш уҙғарҙы. Сараны мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова алып барҙы.

Бөгөн, 25 февралдә, Салауат ҡалаһы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге киңәйтелгән ултырыш уҙғарҙы. Сараны мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова алып барҙы. Унда ҡаланың мәҙәниәт учреждениелары директорҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, төрлө йәмәғәт ойошмалары рәйестәре ҡатнашты.
Әлфиә Ринат ҡыҙы мәҙәниәт бүлегенең 2019 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, 2020 йылға бурыстарҙы билдәләне. Ул шулай уҡ быйыл Башҡортостанда үтәсәк ҙур сара - IV Бөтә донъя фольклориадаһына ла туҡталды.
- IV Бөтә донъя фольклориадаһы - бөтә донъя халыҡтарын берләштергән ҙур мәҙәни сара булып тора. Фольклориаданы беҙ Салауатта 24 июлдә ҡаршы аласаҡбыҙ. Беҙгә 200-ҙән ашыу сит ил кешеһе килеүе көтөлә. Бөтә мәҙәни саралар Ленин майҙанында уҙасаҡ. Күләмле сараға әҙерлек күптән башланды. Уны лайыҡлы үткәреү өсөн бөтә көстө һаласаҡбыҙ, - тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы.
Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: