Учалы районының Юлдаш ауылында булған янғын йәнә бер тапҡыр республика халҡын тетрәндерҙе. Унда ете, биш һәм ике йәшлек малай ҡазаланды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәсе һәләк булды. Был көндө уның тыуған көнө булған...
- Ҡатыным бәләкәй улыбыҙға торт алыр өсөн тип магазинға сыҡҡан. Уға бүләк һайлаған, улыбыҙҙың тыуған көнө ине, - тип һөйләгән “Проуфу” баҫмаһына балаларҙың атаһы Илсур Сәйғафаров. Ул үҙе был ваҡытта эштән ҡайтып килгән, уға күршеһе шылтыратҡан.
- Мин тиҙерәк ҡыуа башланым, әле нисек булғанын хәтерләмәйем дә. Ауылда эш юҡ, 40 километр алыҫлыҡҡа йөрөп эшләйем. Күршеләр ишекте аса алмаған, өй йоҙаҡланған ине. Тәҙрәләр ҙә эстән генә асыла. Балаларҙың тәҙрәне асырға баштары етмәгән, күрәһең. Алама төтөн, пластик еҫе...
Янғын әллә ни таралып та өлгөрмәй. Балалар бешмәгән һәм янмаған. Малайҙар токсиндар менән ағыуланған. Өлкән малай аңында, уның хәле һәйбәт тип баһалана. Уртансыһы иҫенә килмәгән. Бәләкәйе дауаханала аңына килмәй вафат булған... Әле иҫән балалар реанимацияла.
Йәш әсә менән атаның хәлен күҙ алдына ла килтереп булмай. Шаһиттар белдереүенсә, әсә илауҙан бушамай, ул был фажиғәлә үҙен ғәйепләй. Ауылдаштары һәм күршеләре ғаиләне имен булған ти. Улар балалары өсөн тырышып йәшәгән.
Әйткәндәй, бәләкәй улдары тыуғас, йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама ҡуйылған булған. Ә янғындың яҡынса сәбәбен балаларҙың шырпы менән уйнауында тиҙәр.
Әле малайҙарҙың ата-әсәһенә ҡарата “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр янғын сәбәптәрен, ни өсөн балаларҙың өйҙә яңғыҙы ҡалыуын асыҡлай. Шаһиттарҙан һорау алына, ваҡиға урыны ҡарап сығылған.
Ҡот осҡос ҡурҡыныс хәл. Әлбиттә, ни сәбәп менән балаларын яңғыҙ ҡалдырып сыҡһа ла, әсәләре уларға насарлыҡ теләмәгән. Осраҡлыҡтыр. Шуға күрә һәр ваҡыт иҫкәртәләр бит: бәләкәй балаларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ. Был уларҙың ғүмере өсөн хәүефле. Бер тапҡыр барыһы ла яҡшы булыр, ун тапҡыр, ә ун беренсеһенә бәлә булыуы ла ихтимал.
Иҫән ҡалған балаларҙың тиҙерәк һауығыуын теләйек.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.