газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 16:10

Шәкәрҙән баш тартыу бик күп бәләләрҙән ҡотҡара

Беҙҙең ил халҡы шәкәрҙе бик күп ашай икән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бер кешегә тура килгән шәкәр күләме йылына 24 килограмдан да артмаҫҡа тейеш, ти, ә Рәсәйҙә 1 кеше 39,4 килограмм шәкәр ҡуллана. Унан баш тартып бик күп бәләләрҙән ҡотолоп булыр ине...

Эндокринолог табип Татьяна Бочкарева билдәләүенсә, глюкоза менән яҡшы кәйефте емеш-еләктән, йәшелсәнән, хатта ярмаларҙан да алып була. Шәкәр нормаһын арттырыу арҡаһында организмда кальций һәм В төркөмө витаминдары юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә инсулин кимәле күтәрелә, ә был шәкәр диабетын барлыҡҡа килтерә.
Шәкәрҙәр баш тартыу һөҙөмтәләре ниндәй һуң? Беренсенән, эсәк эшмәкәрлеге нормалләшә. Ҡан баҫымы төшә, аш һеңдереү яҡшыра, имунитет нығына, мейе эшмәкәрлеге һәйбәтләнә. Йоҡо һәм тире торошо яҡшыра, гормональ фон тергеҙелә.
Читайте нас: