Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 12:00

Рәсәй Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймаясаҡ

Рәсәй Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймаясаҡ һәм быны эшләргә маташыуҙы фашлаясаҡ, тип белдерҙе РФ Президенты Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы концертта сығыш яһағанда. Шулай уҡ ил башлығы 9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап тантаналы саралар үтәсәген дә әйтте.

- Беҙҙең ил халҡы өсөн был изге һәм яҡты байрамда беҙ башын һалған батырҙарҙы иҫкә аласаҡбыҙ, еңеүселәр быуынынан булған ветерандарыбыҙға ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе белдерәсәкбеҙ, - тине президент. - Был еңеү ниндәй ҡорбандар аша яуланыуын һәр саҡ хәтерҙә тотоу - беҙҙең бурыс. Һәм беҙ бер ваҡытта ла тарихтың был батырлыҡ биттәрен һыҙып ташлауға юл ҡуймаясаҡбыҙ, тарихты боҙорға, хәрби берҙәмлекте оноторға маташыуҙы фаш итәсәкбеҙ.
Дәүләт башлығы әлеге һәм киләсәк Ватанды һаҡлаусылар быуыны өсөн Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының хәрби ҡеүәте, рух ныҡлығы һәр ваҡыт Тыуған илгә һөйөү, хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө булып хеҙмәт итер, тигән ышаныс белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: