Популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың әлеге ваҡытта актив гастролдәр менән йөрөгән ваҡыты. Беҙҙең ҡалаға ла март аҙаҡтарында килергә тейеш. Концерттарҙа йылмайып-көлөп йөрөһә лә, йырсының күңелендә ҙур яраһы бар икән - уның әсәһе ауыр хәлдә дауаханала ята.
Әнүәр улы ғәзиз кешеһе янына мөмкинлеге булған һайын килеп хәлеп белеп тора, йыуата һәм күңелен күтәрергә тырыша.
Йырсының әсәһенең сәләмәтлеге өсөн тамашасылар ҙа борсола. Күптән түгел бер апай концертта үҙе бәйләгән ойоҡбаштар бүләк итә һәм: “Әнүәр балам, был һинең әсәйеңә, аяҡтары йылыла булһын”, - ти ул.
Әнүәр Нурғалиев иһә әсәһенең ут кеүек саҡтарын һағынып иҫкә ала. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙҙең хәле бик шәптән түгел (аяҡһыҙ ҡалды, һөйләшә алмай), - тип яҙһа ла, - Аллаһы бойорһа, барыһы ла яҡшы булыр”, - тип ышаныс белдерә.
Хоҙай әсәй кешегә сәләмәтлек бирһен, бөтәһе лә яҡшы булһын.