Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙыларҙың үҙ оҫталыҡтарына һәм мөмкинлектәренә ышанысын бер ни ҙә юҡҡа сығара алмаҫ. Аҙна һеҙҙең өсөн эш яғынан да, финанс яҡтан уңышлы булмаҡсы. Мөхәббәттә лә барыһы ла көйлө барһын тиһәгеҙ, яҡшы ғәмәлдәр ҡылығыҙ, насар уйҙарҙан арынығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Тормош үҙгәрештәрен лайыҡлы ҡабул итегеҙ. Юлда үтә иғтибар менән йөрөгөҙ. Был аҙнала ғаилә мөнәсәбәттәренә акцент эшләнер. Парлыларҙың күңеле романтикаға ынтылыр, никахлашырға теләүселәр күбәйер. Аҡса менән эш иткәндә белгестәр кәңәшенә таянығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Тирә-яҡтағыларға ҡарата мәрхәмәтле булыу яҡшы, сөнки һеҙҙең уңыш тап уларға бәйле булыуы ихтимал. Аҙна аҙағына бөтә эштәрегеҙҙең осона сығырһығыҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән үткәрерһегеҙ. Яңғыҙҙар үҙ мөхәббәтен осратыр. Хроник ауырыуҙар үҙен һиҙҙерер.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Үҙегеҙҙең көсөгөҙҙә шикләнмәгеҙ, шул саҡ бөтә пландарығыҙ тормошҡа ашыр. Юлға сығырға тура килер. Оло йәштәге туғандарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр. Әҙ таныш кешеләр менән аралашмағыҙ. Ә бына дуҫтарығыҙ менән ваҡытығыҙ күңелле үтер.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Хыялдарығыҙҙы ғәмәлғә ашырыу өсөн бер ни ҙә ҡамасауламаҫ. Фекерҙәштәрегеҙ һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр. Яңы таныштарға ышанмау хәйерлерәк. Аҡса бәйле хәл киҫкенерәк торор, экономиялау талап ителер. Сәләмәтлегегеҙҙе контролгә алырға кәрәк булыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Эшегеҙҙең һөҙөмтәһен, үҙегеҙҙең оҫталығыҙҙы күреп шатланырһығыҙ. Етәкселек тә тырышлығығыҙҙы баһалар. Яңы танышлыҡтар бөтөнләй тормошоғоҙҙо үҙгәртеүе мөмкин. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын тойорһоғоҙ. Теләгән әйбәрегеҙҙе һатып алырһығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәр ниндәй генә эшкә тотонһа ла, һәйбәт килеп сығыр, килемен дә алыр. Уңыш һеҙҙең арттан эйәреп йөрөр. Йорт мәшәҡәттеренә тотонорға ваҡыт, тик әллә ниндәй глобаль эштәр башҡармағыҙ. Аҙна уртаһында һалҡын тейҙереүҙән һаҡ булығыҙ. Ял көндәре ял кеүек үтһен.
Саян (24.10-22.11)
Һеҙгә күберәк күңел торошоғоҙҙо ҡайғыртырға кәрәк булыр. Күңелегеҙ тыныс булһа кешеләр менән мөнәсәбәттәрегеҙ яҡшырыр. Күптән аралар өҙөлгән таныштарығыҙ менән осрашырһығыҙ. Күберәк йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. Ауыл яҡтарынан яҡшы хәбәр көтөгөҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Был осорҙа эштән тиҙерәк тайыу яғын ҡарарһығыҙ. Хатта уйламағанда отпуск юлларға теләрһегеҙ. Икенсе яртығыҙ менән мөхәббәтегеҙ көндән-көн нығына барыр. Күптән аҡса йыйып килгән әйбәрҙе һатып алырһығыҙ. Тәбиғәткә сығыу һаулығығыҙҙы яҡшы тәьҫир итер.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар өсөн бик һәйбәт аҙна килә. Тик барыһының да план буйынса барыуы мөһим. Юрист менән кәңәшләшмәйенсә, контрактҡа ҡул ҡуймағыҙ. Сайт аша танышҡан кешеләр осрашыуға саҡырыр. Яҡындарығыҙ ярҙам һорар. Йөрәк борсоһа, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һеҙҙең тормошоғоҙҙа бәхет тантана итер. Күңелегеҙ тыныс булыр, үҙегеҙҙе ныҡлы аяҡта баҫып торған кеше итеп хис итерһегеҙ. Теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн финанс хәлегеҙ етер. Ғаилә байрамына саҡырыу алырһығыҙ. Сит кешегә ғашиҡ булыуығыҙ бар.
Балыҡ (20.02-20.03)
Был аҙнала һеҙҙең кәйефегеҙ гел күтәренке булыр. Тик уның серен башҡаларға һөйләп бармағыҙ. Эштә фекерегеҙҙең дөрөҫлөгөн иҫбатларһығыҙ. Финанс килемдәре һәм сығымдарын тикшереп тороғоҙ. Ял көндәрендә ағыуланыуҙан һәм һыуыҡ тейҙереү ихтималлығы юғары.