Ҡамыр өсөн: 2 стакан он, 200 гр аҡ май, 100 мл һыу йәки һөт, 100 гр шәкәр, әҙерәк тоҙ һәм сода.
Эслек өсөн: 200-шәр гр күрәгә, ҡара емеш, 2 бәләкәй лимон һәм шәкәр.
Әҙерләү:
Аҡ майҙы он менән валсыҡтар барлыҡҡа килгәнсе ыуабыҙ. Уның 1-2 аш ҡалағы күләмендәгеһен һуңынан пирогтың өҫтөнә һибеү өсөн алып ҡуйып торабыҙ. Ә төп массаға шәкәр, сода һәм тоҙ һалабыҙ. Яйлап ҡына, йомшаҡ ҡамыр килеп сыҡҡансы һөттө өҫтәйбеҙ.
Ҡара емеште, күрәгәне һәм лимонды һәр ҡайһыһын айырым блендерҙа ваҡлайбыҙ. 3-әр ҡалаҡ шәкәр өҫтәп сығабыҙ.
Ҡамырҙы дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Береһе ҙурыраҡ булһын, уныһы йәйелеп, табаның иң аҫҡы өлөшөнә һалына. Уның өҫтөнә ҡара емеште һалып сығабыҙ. Тағы бер ҡамыр өлөшөп йәйеп һалғас, күрәгәле эслекте һалабыҙ. Ҡамырҙың өсөнсө ҡатынан һуң лимон һалына һәм уның өҫтө тағы ла бер ҡат ҡамыр ҡаплана. Ситтәрен бөгөп сыҡҡас, пирогтың өҫтөн сәкске менән сәнскеләп,алдан әҙерләнгән валсыҡтар менән һибеп сығарға. 180 градус эҫелектә 40 минут тирәһе тоторға.