Владимир Путин, Эммануэль Макрон һәм Ангела Меркель өс яҡлы һөйләшеү алып барҙы, улар Сириялағы һәм Ливиялағы хәл тураһында фекер алышты.
Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй, Франция Президенттары һәм Германия канцлеры Идлибтағы хәлгә айырым иғтибар бүлде. Путин, Сирияның суверенитет принциптарын һәм территориаль бөтөнлөгөн һаҡлап, террористик хәүефте юҡҡа сығарырға кәрәк, тип билдәләне.
Макрон һәм Меркель, үҙ сиратында, Идлибтағы көсөргәнешлекте кәметеүгә булышлыҡ итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Шулай уҡ, Франция Президенты һәм Германия канцлеры Путин һәм Төркиә лидеры Режеп Тайип Эрдоган менән берлектә осрашып, Сириялағы хәлдең киҫкенләшеүе буйынса фекер алышырға ла әҙер булыуҙарын еткерҙеләр.
#ВладимирПутин