газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 12:35

Коэффициенттар ҡабатлана

2016 йылдан алып эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы эштән киткән көндән алып индексациялана. Аҡсаны ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр, тик ул күпмегә артасаҡ?

2016 йылдан алып эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы эштән киткән көндән алып индексациялана. Аҡсаны ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр, тик ул күпмегә артасаҡ?
Пенсия фонды башлығы Максим Топилин аңлатма биреүенсә, эштән киткәндән һуң граждандың йыйылған шәхси пенсия коэффициенттары уларҙың бөгөнгө ҡиммәтенә ҡабатлана. 2020 йылда был ҡиммәт 93 һум тәшкил итәсәк.
Аҙаҡ ошо суммаға билдәләнгән түләүҙәрҙең актуаль дәүмәле өҫтәлә, быйыл ул 5686,25 һум тәшкил итәсәк. Әгәр пенсионер яңынан эшкә урын­лашһа, индексация һөҙөмтәһендә арт­ҡан аҡса кире ҡайтарылмай, пенсия күләме үҙгәрмәй. Был ҡарарҙы белгестәр ололар өсөн ыңғай хәл тип баһалай.
Читайте нас: