газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 12:25

Кеҫәне бушаталар

2020 йылда Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр уртаса 4 процентҡа арттырыла. Хаҡтар 1 июлдән күтәрелә, артабан тарифтарҙы индексациялау йылына бер тапҡыр үткәреләсәк.

2020 йылда Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр уртаса 4 процентҡа арттырыла. Хаҡтар 1 июлдән күтәрелә, артабан тарифтарҙы индексациялау йылына бер тапҡыр үткәреләсәк.
2019 йылда коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ике тапҡыр арттырылды. Һәр төбәк өсөн үҙ индексы билдәләнә. Иң юғарыһы Чечен Республикаһында – 6,5 процент, иң түбәне – Ненец автономиялы округында.
Рәсәй халҡын барыһынан да бигерәк коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың артыуы борсой (48 процент). Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 2019 йылдың тәүге яртыһында дөйөм сығымдарҙың иң ҙур өлөшөн тап коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр тәшкил итте.
Читайте нас: