газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 11:15

Интернетҡа тоташтырыу дауам итә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала быйыл тағы ла 351 ФАП интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Былтыр 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты тоташтырылғайны.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала быйыл тағы ла 351 ФАП интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Былтыр 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты тоташтырылғайны.
Барлыҡ медицина ойошмалары пациенттар менән видеоконференция үткәреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, ә һаулығына хәүеф янаған пациенттарға күсмә телемедицина мониторингы ҡоролмалары беркетеләсәк һәм уларҙың хәле контролдә тотоласаҡ, тип белдерәләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Әлеге ваҡытта төбәктә медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған, унда биш миллионға яҡын электрон медицина картаһы бар. Системала ярты миллиардтан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы теркәлгән, лаборатор тикшереүҙәргә 25 миллион электрон йүнәлтмә бирелгән, 100 миллиондан ашыу медицина һүрәттәре архивлаштырылған. Шулай уҡ, бөгөн системала 10,5 миллион электрон рецепт һәм 5,5 миллион ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырылған.
#Миллипроекттар
Читайте нас: