Башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Радик Юльяҡшиндың тормошо күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Ул үҙе лә әллә ни сер йәшерә торған кешеләрҙән түгел. Тормошо, ижады менән йыш ҡына социаль селтәрҙәр аша таныштырып тора. Шул уҡ ваҡытта һорауҙарға ла яуап бирергә өлгөрә. Ниндәй насар ғәҙәттәре бар, йырсы карьераһын тамамлағас нимә менән шөғөлләнәсәге һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға уның яуаптары ниндәй?
- Ниндәй насар ғәҙәттәрең бар?
- Әҙ-әҙләп барыһы ла бар.
- Йөрөгән ҡыҙың бармы?
- Эйе.
- Бала саҡта ниндәй түңәрәктәргә йөрөнөң?
- Ҡурай, баян, йыр.
- Мәктәптә нисек уҡының?
- 3-лөгә.
- Ҡасан йүнле кейем кейә башлайһың? Күптәр һинең йырҙарыңды ярата, ә кейенеү рәүешеңде - юҡ.
- Ҡарамаһындар, тыңлаһындар ғына.
- Музыкаль белемегеҙ бармы?
- Юҡ.
- Нисә йәштә беренсе тапҡыр рулгә ултырҙығыҙ?
- 14 йәштәр тирәһендә, иртәрәк булмаһа.
- Өйләнәһеңме?
- Эйе.
- Актив ялды ҡулайыраҡ күрәһегеҙме, әллә йоҡлауҙымы?
- Актив ялды.
- Ниндәй илдәргә барыр инең?
- Африкаға барырға теләйем.
- Бала саҡта кем булырға теләй инегеҙ?
- Президент.
- Яратҡан ҡатын-ҡыҙ исеме.
- Инзилә, Нәфисә, Регина.
- Иртәме-һуңмы йырсы карьераһын тамамларға тура киләсәк. Унан һуң нимә менән шөғөлләнергә уйлайһығыҙ?
- Музыка өлкәһендәге бизнес менән.
- Инстаграм аккаунтығыҙҙы үҙегеҙ алып бараһығыҙмы, әллә һеҙгә ярҙам итәләрме?
- Шәхсән үҙем алып барам.