Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО ошондай дата булдыра. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле донъя халыҡтары 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Уларҙың һәр икенсеһе тиерлек онотола бара.
Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй. Күп һанлыларына килгәндә, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе. Башҡаларының һаны миллиондан аҙыраҡ.