газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 11:10

Проекттың маҡсаты - медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, онкология сирҙәре менән көрәш федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, онкология сирҙәре менән көрәш федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Беҙҙең республиканан унда һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов, министрлыҡ бүлектәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Был проект ҡуйылған бурыстар һәм күләме буйынса иң күп аҡса талап иткән ҙур эштәрҙең береһе, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Маҡсаты – пациенттарға медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу һәм халыҡ үлемен кәметеү. 2020 йылға яңы бурыстар билдәләнде, шул иҫәптән амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре селтәрен ойоштороу, йыһазландырыу һәм ауырыуҙарҙы дауалау протоколдарын, клиник тәҡдимдәрҙе индереү ҡаралды.
Былтыр Башҡортостанда дүрт амбулатор онкологик ярҙам үҙәге булдырылды. Киләһе йылға тиклем республика биләмәһендә 13 күп профилле медицина ойошмалары базаһында ошондай үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан вәкилдәре шулай уҡ былтыр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса республика онкология диспансерының компьютер томографы, рентген-диагностика комплексы, маммографик рентген-аппарат, видеобронхоскоптар һәм микроскоптар алыуын хәбәр итте.
#Миллипроекттар
Читайте нас: