газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 10:35

Пенсионерҙың 10 800 һумға нисек йәшәргә тигән һорауына ил башлығы нимә тип яуап бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир ПутинСанкт-Петербургта ҡаланың тәүге мэры Анатолий Собчактың һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан халыҡ менән аралашты. Путиндан бер ҡатын 10 800 һумға нисек йәшәп була, тип һораны.

- Бик ауырҙыр, тип уйлайым, - тип яуап бирҙе дәүләт башлығы.
Ҡатын билдәләнгән йәшәү минимумына аҙыҡ-түлек һатып ала алмауына ла зарланды һәм яңғыҙ әсәләргә нисек йәшәргә тигән һорау бирҙе.
- Мин аңлайым. Шуның өсөн балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса программалар әҙерләйбеҙ. Ҙур программалар, - тине Путин.
Ул илдәге социаль өлкәлә проблемалар күп булыуын билдәләне. Шулай ҙа балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса бер нисә төрлө сара ҡабул ителеүе, ә инвалидтарға пенсияларын арттырыу планлаштырылыуын иҫкә төшөрҙө.
2019 йылдың декабрендә Путин милли проекттарҙы тормошҡа ашыра башланғандан алып рәсәйҙәрҙең күпселегендә яҡшы яҡҡа үҙгәреште тойоуҙарына шик белдергәйне. Сөнки улар милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан ниндәй һөҙөмтә барлығы тураһында хәбәрҙар түгел.
Читайте нас: