Күптән түгел генә Индира менән Рөстәм Нәбиевтар ғаиләһе ҙур шатлыҡ кисергәйне. Ғинуар аҙаҡтарында ғаиләлә икенсе сабый – ҡыҙҙары Әминә тыуҙы. Бәпес менән күңелле мәшәҡәттәргә сумып йөрөгәндә, инстаграмда, уларҙың сәхифәһендә борсоулы яңылыҡтар күренә башланы. Баҡһаң, бер айы ла тулмаған Әминә лә, ике йәш ярымлыҡ София ҡыҙҙары ла сирләй икән.
Бөгөн иһә бигерәк күңелһеҙ яңылыҡ асыҡланды. Бәпес әле реанимацияла һәм уны яһалма тын алдыралар. Индира бәләкәй ҡыҙы менән “Мать и дитя” госпиталендә, яңы тыуған сабыйҙар бүлексәһендә ята. Тәүҙә бронхит тигән диагноз ҡуйһалар, аҙаҡ ул пневмонияға әйләнгән. Бала өҙлөкмәһен өсөн уны реанимация бүлексәһенә күсергәндәр.
Шулай уҡ йүткергән һәм температураһы булған ҙур ҡыҙҙарының хәле яҡшыраҡ. Уны әсәһе дауаханала ятҡан арала Индираның ата-әсәһе янына ауылға алып барып торғандар.
Эйе, әле бик күптәр сирләй. Айырыуса балалар киҙеүҙе ауыр кисерә. Ни бары йүткереү һәм маңҡалауҙан башланған сир бәләкәстәрҙә тиҙ арала пневмонияға күсеүсән шул. Шуға күрә сабыйҙар ауырый башлаһа, оҙаҡҡа һуҙмай ғына дауаханаға барып, табипҡа күренеү кәрәк.
Индира менән Рөстәмдең ҡыҙҙарына һаулыҡ һәм тиҙерәк шәбәйеү теләйбеҙ!